

- 4-5 мандарин
- 1 йомортҡа
- 50 г шәкәр
- 60 мл көнбағыш майы
- 100 мл һөт
- 1 балғалаҡ ванилин
- 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс
- 160 г он
Мандариндарҙы ҡабығынан әрсеп, урталай киҫергә. Бешерәсәк табаға (20 см диаметрында) 1 аш ҡалағы май, 1-2 аш ҡалағы шәкәр һалырға ла, эрегәс, мандариндарҙы һалып, 5 минут ҡыҙҙырырға.
Ҡамыр өсөн барыһын бергә ҡушып болғатырға ла мандариндар өҫтөнә ҡойоп тигеҙләргә.
180 градусҡаса ҡыҙған мейестә 20-25 минут бешерергә. Шулай уҡ был бәлеште мультиваркала, йә табала (ҡапҡасын ябып) бешерергә була (әҙер булғас, бәлеште әйләндереп, тағын 5 минут тотоп алырға). Шулай уҡ 25 минут самаһы. Әҙерлеген шырпы төртөп тикшерергә.
Бәлештең өҫтөнә шәкәр пудраһы һибергә була. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Зөбәржәт Утарбаева.