

Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда 2019-2020 йылдар өсөн әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты билдәләнде. Премия менән бүләкләүҙең төп маҡсаты – Башҡортостан Республикаһының үҫешенә ҙур өлөш индергән йәш яҙыусыларҙы, рәссамдарҙы, артистарҙы, музыканттарҙы, архитекторҙарҙы һәм режиссерҙарҙы дәртләндереү. Быйыл йәштәр премияһына 13 эш тәҡдим ителде. Премияның күләме 150 мең һум тәшкил итә. 2019-2020 йылдар өсөн премия лауреаттары: – Александр Хватков - әҙәбиәт өлкәһендә юғары ижади ҡаҙаныштар, үҫеп килгән быуынды уҡытыу-тәрбиә эшендә уңыштар өсөн; – Азат Вәлитов - М. Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрының спектаклдәрендә ролдәрҙе профессиональ кимәлдә башҡарғаны өсөн; – Айбулат Баһауетдинов - хореография өлкәһендә ҡаҙаныштары өсөн. Йәш таланттарҙы ҡотлап, артабанғы ижадтарында уңыштар, яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!