Рәсәй президенты Владимир Путин менән аралшҡан ваҡытта БСТ каналы журналисы Гөлназ Хәйбуллинаға уға һорау биреү бәхете тейҙе. Әлеге мәлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йыл һөҙөмтәләре буйынса тура эфирҙа һорауҙарға яуап биргән саҡта ла был ваҡиғаға туҡталып китеп үҙ фекерен белдерҙе.
“Тура бәйләнеште мин дә ҡараным. Гөлназды шул мәлдә ҡосаҡлап алып, арҡаһынан яратҡым килеп китте. Рәхмәт уға. Башҡортостанды барыһы ла шулай яратһа, эштәр көйлө барыр ине. В. Путиндың иһә беҙҙең республика, Салауат Юлаев командаһы хаҡында яҡшы ҡарашта булыуы ла күңелемә һары май булып ятты”, - ти Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Был тапшырыуҙан һуң Башҡортостан Башлығы “Салауат Юлаев”тың сираттағы уйынында ла булған. Хоккейсылар ҙа был турала хәбәрҙәр һәм шатланғандар икән.
“Тағы ла, шуны әйтке килә, бындай дәрәжәле форумдарҙа ҡатнашҡан саҡта журналистар ил етәкселәренә рәхмәт әйтергә лә онотмаһын ине”, - тип үҙ теләген дә белдерҙе Радий Хәбиров.