Әлеге мәлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йыл һөҙөмтәләре буйынса тура эфирҙа һорауҙарға яуап бирә. Ул ҙур матбуғат конференцияһында президент Владимир Путинға һорау биргән журналисты билдәләне. «Мин Гөлназды ҡосаҡлап алыр инем дә «Афарин!» тип әйтер инем. Әгәр бөтә кешеләр ҙә республикабыҙҙы шулай яратһа, уға уңыштар теләһә, бик яҡшы булыр ине. Шәп һорау. Шунан һуң мин хоккейҙа булдым, Владимир Путин беҙҙең хоккей клубына биргән баһанан һуң, ысынлап та, еңелергә ярамай ине. Ғөмүмән, йәш журналистарға шуны әйтергә теләйем: Президент интервью биргәндә контексты аңларға кәрәк. Хәҙер илгә һәм дәүләт башлығына көслө баҫым яһала. Ҡасан да булһа журналисыбыҙ: «Владимир Владимирович, эшегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Беҙ, башҡорттар, Башҡортостанда йәшәүселәр һәр саҡ һеҙҙең яҡлы, һеҙгә һәр саҡ ярҙам итербеҙ һәм беҙ һәр саҡ Рәсәй терәге булдыҡ, бар һәм булырбыҙ», тип әйтер тип уйлайым», — тине Радий Хәбиров.