Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Новости
28 Декабрь 2021, 14:55

Радий Хәбиров: “Мин ундай уҡ уҫал түгел!"

Был·вазифа·кешегә·тыныс·ҡына·ултырып·эшләргә·мөмкинлек·бирә·торған·түгел...

Радий Хәбиров: “Мин ундай уҡ уҫал түгел!"Радий Хәбиров: “Мин ундай уҡ уҫал түгел!"
Радий Хәбиров: “Мин ундай уҡ уҫал түгел!"

Әлеге мәлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йыл һөҙөмтәләре буйынса тура эфирҙа һорауҙарға яуап бирә. Республика етәксеһенә тығыҙ графикта эшләү өсөн ҡайҙан мотивация алыуы тураһында һорау бирелде.

“Был вазифа кешегә тыныс ҡына ултырып эшләргә мөмкинлек бирә торған түгел. Тырышмаһаң, бер нимәгә лә ирешеп булмай", — тине Радий Хәбиров.

Тура эфирҙа алып барыусылар республика Башлығына үҙ-үҙен аямайса эшләүен, хеҙмәткәрҙәренә лә талапсан булыуын да белдерҙе. Быға яуап итеп, Радий Фәрит улы “Мин ундай уҡ уҫал түгел!"— тип шаяртып алды.

-Башҡортостан республикаһы Башлығы вазифаһында эшләй башлағанда мин бер йылда бик етди итеп, талапсан булырға, системаны яйға һалып ебәр-ергә ниәтләнем. Ләкин улай тиҙ генә тулыһынса көйләп булманы, — тип билдәләне. Шулай уҡ етәксе был йылдарҙың ябай булмауын, юғары әҙерлек режимында эшләргә тура килгәнен онотмаҫҡа кәрәклеген белдерҙе. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас