+21 °С
Болотло


28 декабрҙә иртән Өфө мәктәптәренән йәнә балаларҙы эвакуациялау башланды. «Башинформ» агентлығына сығанаҡтан билдәле булыуынса, йәнәһе лә төндә уҡыу йорттарын шартлатырға йыйыныуҙарын хәбәр иткәндәр.
«86-сы гимназиянан бөтәһен дә сығарҙылар - балаларҙы «Саторис» үҙәгенә алып киттеләр. Башҡа мәктәптәрҙә лә шундай уҡ хәл. Кинологтарҙы көтәләр, бер кемде лә индермәйҙәр, ә уҡытыусылар күнекмә эвакуацияһы, ти», - тип хәбәр итте ошо хәлдең шаһиты.
Ата-әсәләргә балаларын өйгә алып ҡайтырға ҡушҡандар. Ваҡиға урынына ашығыс хеҙмәттәр килгән.