Шоңҡар
+12 °С
Облачно
Новости
28 Декабря 2021, 08:42

Умартасыларға компенсация түләнә

Урмандарҙы парһыҙ ебәк күбәләгенә ҡаршы эшкәрткәндә, умартасылар зыян күргәйне.

Добавить в предпочтительные источники Google
Умартасыларға компенсация түләнәУмартасыларға компенсация түләнә
Умартасыларға компенсация түләнә

2021 йылдың яҙында урмандарҙы парһыҙ ебәк күбәләгенә ҡаршы эшкәрткәндә  зыян күргән умартасыларға компенсация түләнә.

Субсидия алыусыларҙың исемлеге Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы сайтында баҫылған.

Бөтәһе 17 миллион һумға яҡын аҡса бүленә. Аҡса 61 эшҡыуарға бирелә, субсидиялар күләме 1,3 миллион һумдан 25 мең һумға тиклем тәшкил итә.

Умартасылар юғалтыуҙарҙы ҡаплау өсөн 2021 йылдың 24 ноябренән 22 декабренә тиклем ғариза бирә алды.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас