Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
28 Декабрь 2021, 15:23

"Ғәйеплеләрҙе суд көтә"

Чиновник аҡсаны кеҫәһенә һалғанмы, юҡмы?

"Ғәйеплеләрҙе суд көтә""Ғәйеплеләрҙе суд көтә"
"Ғәйеплеләрҙе суд көтә"

Журналистарҙың республика Башлығы менән осрашыуында чиновниктар араһында коррупция күренештәре тураһында ла һорау бирелде. Билдәле булыуынса, быйыл ике министр суд алдында баҫты, ҡайһы бер муниципалитет башлыҡтарының да ҡырын эштәре фашланды.

- Мин уларҙың был эштәренә баһа бирә алмайым, бының өсөн суд бар. Шулай ҙа үҙемдең фекеремде әйтәм: минең өсөн иң мөһиме - ниндәйҙер ҡырын эше беленгән чиновник аҡсаны кеҫәһенә һалғанмы, юҡмы? Был иҫбатланғанмы?

Шуны аңлағыҙ, финанс-хужалыҡ эштәрен алып барыу еңел түгел, документтарҙың да бер-береһенә ҡаршы килгәндәре була. Шуға күрә эштә әллә ниндәй яңылышлыҡтар ҙа китергә мөмкин.

Беҙ һуңғы йылдарҙа муниципалитет башлыҡтарының яртыһынан күберәгенә ротация үткәрҙек.  Кешенең сәйер юлға баҫыуы тураһында дөрөҫләнгән мәғлүмәт булғандан һуң ғына мин быға ышана алам. Әлбиттә, ике министрҙың суд юлында йөрөүе - күңелһеҙ хәл. Ләкин әгәр ҙә суд уларҙы ғәйепһеҙ тип таный икән, кабинеттары көтә...

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас