Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
28 Декабрь 2021, 15:50

Ҡыш бабайҙары Йоулупукки тип атала

Финляндияла Яңы йыл 25 декабрҙә үк уҙа.

 Финляндияла Яңы йыл 25 декабрҙә үк уҙа. Был көндө финдар янған шәм алдында теләк теләйҙәр ҙә, уны һыуға һалалар. Туңған парафин ниндәй сүрәткә керә, киләһе йыл да шулай була, тип фаразлана. Өҫтәлгә шәрбәтле дөгө бутҡаһы менән сливанан әҙерләнгән кеҫәл ҡуйыла.

Ҡыш бабайҙары Йоулупукки тип атала. Беҙҙеңсәгә тәржемә иткәндә “Яңы йыл тәкәһе” тигән мәғәнәлә аңлатыла. Йәнәһе лә, ошо дүрт аяҡлы хайуан үҙе менән һәр кем йыл буйы көткән бүләктәрен килтерә, имеш.

Ҡыш бабайҙары Йоулупукки тип атала
Ҡыш бабайҙары Йоулупукки тип атала
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас