Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
28 Декабрь 2021, 09:43

Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу өлкәндәрҙе ҡотланы!

Йылайыр районы Сәләх ауылында Яңы йыл кәйефе күптән хөкөм итә. Һеҙҙә Яңы йылға әҙерлек нисек? Фотолар менән бүлешегеҙ!

Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу өлкәндәрҙе ҡотланы!Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу өлкәндәрҙе ҡотланы!
Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу өлкәндәрҙе ҡотланы!

Йылайыр районы Сәләх ауылына Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килеп киткән. Улар менән әкиәт персонаждары - үгеҙ, арыҫлан, сусҡа ла бар. 

Ҡотлаусылар бар ауылды гөрләтеп, етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлап, урамдан шаулап, йырлап уҙҙылар.

Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу хөрмәтле өлкән йәштәге ауылдаштарын тәмле-тәмле күстәнәс биреп, иң изге теләктәрен еткерҙеләр!

Сәләхтәр барығыҙға ла етеп килгән 2022 йылда ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, ҡыуаныс-шатлыҡтар теләй!

Автор:Загида Мусина
Читайте нас