Башҡортостан уҡытыусылары Бөтә Рәсәй туған тел уҡытыусылары оҫталыҡ класында еңеүсе булды
Башҡортостан уҡытыусылары илдә иң яҡшылары тип танылды. Туған тел, шул иҫәптән рус теле уҡытыусылары Бөтә Рәсәй оҫталыҡ класының финал этабы еңеүселәре иғлан ителде. Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин дүрт педагогҡа - ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө башланғыс осоу әҙерлеге мәктәп-интернатының башҡорт теле уҡытыусыһы Фәнил Фәтхетдиновҡа, Ишембайҙағы 14-се мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Венера Әйүповаға, Өфө районындағы Советтар Союзы Геройы Пикунов исемендәге мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Таңсулпан Сәйфетдиноваға һәм Дәүләкән 5-се гимназияның рус теле уҡытыусыһы Наталья Кабанинаға Почет грамоталары тапшырҙы.
Туған тел уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй конкурс-оҫталыҡ дәресе 2007 йылдан алып уҙғарыла. Йыл һайын республикабыҙ исеменән иң көслө уҡытыусылар сығыш яһаны, уҙған йылдарҙа 15 призер булды. Ләкин бер юлы дүрт уҡытыусы призлы урын алғаны юҡ ине.
#Национальныепроекты
#Миллипроекттар