Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Новости
29 Декабрь 2021, 03:35

«Фермер мәктәбе» тыңлаусылары сығарылыш эштәрен яҡланы

Был юлы Россельхозбанк, Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм БР Ауыл хужалығы министрлығының берлектәге проектында уҡыу ике әҙерлек йүнәлеше буйынса тормошҡа ашырылды - «Баҡсасылыҡ» һәм «Малсылыҡ продукцияһын эшкәртеү».

«Фермер мәктәбе» тыңлаусылары сығарылыш эштәрен яҡланы

Федераль белем биреү проектының 4 тулҡыны тыңлаусылары «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам» милли проекты сиктәрендә ойошторолған «Фермер мәктәбе» сығарылыш квалификация эштәрен яҡланы.

Был юлы Россельхозбанк, Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм БР Ауыл хужалығы министрлығының берлектәге проектында уҡыу ике әҙерлек йүнәлеше буйынса тормошҡа ашырылды - «Баҡсасылыҡ» һәм «Малсылыҡ продукцияһын эшкәртеү». Ғәмәлдәге һәм яңы эш башлаған 25 фермерҙың һәр ҡайһыһы, үҙ алдына аныҡ маҡсаттар ҡуйып, мәктәпкә килде. Кемдер билдәле бер продукция төрөн етештерергә өйрәнергә, кемдер иң яҡшы сорттар хаҡында белергә, икенселәр ҙур магазиндарға эләгергә теләй ине. Уларҙың барыһы ла үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алыуҙан тыш, етди теоретик әҙерлек үтте, фермер хужалыҡтары эшенең хоҡуҡи аспекттарын, финанс бизнес-моделдәрен, маркетинг нигеҙҙәрен өйрәнде; тармаҡтың алдынғы предприятиеларында яңы агротехнологиялар менән танышты.

«Фермер мәктәбе» тыңлаусылары сығарылыш эштәрен яҡланы
«Фермер мәктәбе» тыңлаусылары сығарылыш эштәрен яҡланы
Автор:Гульшат Кагарманова
Читайте нас