Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
29 Декабрь 2021, 12:55

Иң боронғо һәм иң заманса халыҡ

Ил инәһе менән килешмәү мөмкин түгел.

Башҡорт - ул иң боронғо һәм иң заманса халыҡтарҙың береһе.
Меңйыллыҡтар башында уҡ тиерлек телгә алынған, боронғо карталарҙа башҡорт булып билдәләнгән (ә бит уның менән бергә телгә алынған хазар, ҡыпсаҡ (половец), болғар һымаҡ бөйөк халыҡтарҙың исемдәре генә ҡалған!) башҡорт егерме беренсе быуатҡа тиклем башҡорт булып йәшәй. Беҙ әлегәсә үҙебеҙ булып йәшәүҙе дауам итәбеҙ, шул уҡ ваҡытта замандан да артта ҡалмайбыҙ: ҡурай ҙа тартабыҙ - органда ла уйнайбыҙ; боронғо “Һунарсы” бейеүен дә бейейбеҙ - “Сыңрау торна”легендаһын балет сәнғәте аша ла аңлатабыҙ, әлегә саҡлы бишбармаҡ та бешерәбеҙ, ҡымыҙ ҙа бешәбеҙ, ҡорот та ыҫлайбыҙ, талҡан да тартабыҙ, кирәм менән үрмәләп солоҡ балын да йыябыҙ – заманса аш-һыу ҙа әҙерләй беләбеҙ. Милли көрәшебеҙҙе лә онотмағанбыҙ - Америкаға барып бокс буйынса ла еңеп ҡайтабыҙ. Әкиәттәребеҙҙә телгә алынған сатраш уйынында ла йәғни шашка ярыштарында ла тиҫтәләрсә дәғүәселерҙе еңеп ҡайтабыҙ, боронғо гимныбыҙ “Урал”ды ла онотмайбыҙ, опералар башҡарып донъя кимәленә лә сығабыҙ, һ.б. Сөнки беҙ бай мираҫлы халыҡ һәм тарихыбыҙ тәрәнгә киткән, мираҫыбыҙ яһалма бар ителмәгән, ҡаныбыҙға һеңгән, шул уҡ ваҡытта заман һулышын йәһәт кенә тойоп алырлыҡ яҡты зиһенлебеҙ ҙә.

Мәрйәм Бураҡаева.

Иң боронғо һәм иң заманса халыҡ
Иң боронғо һәм иң заманса халыҡ
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас