Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Новости
29 Декабря 2021, 06:53

"Мәктәпкә шартлатҡыс һалынған!"

Бөгөн мәктәптәрҙә яңы йыл иртәлектәре булырға тейеш ине.

"Мәктәпкә шартлатҡыс һалынған!""Мәктәпкә шартлатҡыс һалынған!"
"Мәктәпкә шартлатҡыс һалынған!"

29 декабрҙә иртән Өфө ҡалаһында 30-лаған мәктәп эвакуацияланған. «Башинформ» хәбәр итеүенсә, 112 номерына һәм мәктәптәрҙең почтаһына билдәһеҙҙәр шартлатҡыс һалынған тигән хәбәрҙәр ебәрә. Баш ҡаланың барлыҡ ашығыс хеҙмәттәре мәктәптәргә юлланған. Билдәле булыуынса, 1-се лицей уҡыусыларын күрше балалар баҡсаһына алып киткәндәр. 18-се мәктәптән дә бөтә уҡыусыларҙы сығарғандар - ата-әсәләр балаларын өйөнә алып ҡайтып киткән. 1-се гимназияла ла шундай уҡ хәл. Бөгөн мәктәптәрҙә яңы йыл иртәлектәре булырға тейеш ине.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас