+22 °С
Ямғыр
Өфөлә бер нисә “массаж салоны”на ҡарата енәйәт эше асылған. Билдәле булыуынса, 12 кеше фахишәлек менән булышҡан. 20 – 32 йәшлек ир-аттар ҡыҙҙарҙы үҙҙәренең массаж салонындарына массаж эшләргә йәки администратор булырға саҡырғандар ҙа, уларҙы ҡурҡытып тәндәре менән һатыу итергә ҡушҡандар. 2008 йылдан алып 20 – 25 йәштәге байтаҡ ҡына ҡыҙҙар уларҙың тоҙағына эләккән.
Әлеге ваҡытта еңел табыш артынан ҡыуған ун ике ирҙе лә ҡулға алғандар һәм тикшереү эштәре бара.