Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
30 Декабрь 2021, 05:30
"“Ай ҡыҙы"н юғары баһаланылар
Эльмира Рәдиф ҡыҙын юғары исем алыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
"“Ай ҡыҙы"н юғары баһаланылар
Хәтерегеҙҙәме, ике меңенсе йылдар башында драматург Флорид Бүләков сценарийы буйынса режиссер Әнүәр Нурмөхәмәтов "Башҡортостан" телерадиокомпанияһында "Ай ҡыҙы" исемле күп сериялы беренсе башҡорт сериалы төшөргәйне. Төп темаларҙың береһе – Айһылыу менән Ғайсарҙың мөхәббәт тарихы, ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттә тотҡан урыны, заманына күрә килеп тыуған проблемалар аша үҙ бәхетен һаҡлап ҡалған ғаиләләр тарихын республикабыҙ тамашасыһы бик яратып, үҙ итеп ҡабул итте. Уларҙың бөгөн дә Эльмира Саматованы - Айһылыуҙы “Ай ҡыҙы” тип йөрөтөүҙәре маҡтау һүҙе генә түгел, ә актрисаның йөрәктәргә үтеп инә алырлыҡ һәм унда бик оҙаҡҡа ҡалырлыҡ итеп уйнаған актриса оҫталығына комплимент тип ҡарарға кәрәктер. Сәнғәт кешеһе өсөн был бик мөһим күрһәткес.
"Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Эльмира Саматова 1993 йылдан эшләй. Ошо ваҡыт эсендә актриса биш тиҫтәгә яҡын роль сығарҙы.
Бөгөн, 29 декабрь, актрисаға "Башҡортостандың халыҡ артисы" исеме бирелде", - тип хәбәр итте театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Рәзилә Ырыҫҡужина.
Эльмира Рәдиф ҡыҙын юғары исем алыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Именлек-һаулыҡ, яңы ролдәр һәм алҡыштар теләйбеҙ!
Автор:
Айнур Акилов
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"