+22 °С
Ямғыр
Өфө мэры Сергей Греков эш урынын ҡалдыра, тигән хәбәр бер нисә көн эсендә йәшен тиҙлегендә таралып өлгөрҙө. Бөгөн иһә ул үҙе был яңылыҡҡа асыҡлыҡ индерҙе.
“Ниһайәт, имеш-мимештәрҙең үҙәгенә мин дә эләктем. Әммә минең бындай туҙға яҙмаған яңылыҡтарға иғтибар итергә ваҡытым юҡ. Аҙна башында ауырып, ике көн ангина менән сирләп алдым. Хәҙер ең һыҙғанып эшкә тотондом”, - ти ул.