Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
30 Декабрь 2021, 02:58

Мәғариф өлкәһендә нимәләр эшләнде?

#миллипроект #миллипроекттар #нацпроекты #национальныепроектыБашкортостана

Һуңғы өс йылда «Мәғариф» милли проекты нигеҙендә республика федераль бюджеттан дүрт миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән.

Быйыл 207 «Үҫеш нөктәһе» үҙәге асылған, мәктәптәр «Физика», «Химия», «Биология» фәндәрен өйрәнеү өсөн заманса һанлы ҡорамалдар алған. Башҡортостан һанлы ҡорамалдар менән тәьмин ителгән объекттар һаны буйынса алдынғылыҡты яулай. Стәрлетамаҡта IT-куб һәм “Кванториум" балалар технопаркы асылған.

Йәш уҡытыусыларҙы ауыл мәктәбенә эшкә йәлеп итеү маҡсатында грант биреү дауам итә. Быйыл 100 йәш ауыл уҡытыусыһының һәр береһе 690 мең һум күләмендә грант алған. 2021 йылдың авгусында IX «Йәш профессионалдар» милли чемпионатының финалында Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында Башҡортостан икенсе урынды яулаған.

Мәғариф өлкәһендә нимәләр эшләнде?
Мәғариф өлкәһендә нимәләр эшләнде?
Автор:Загида Мусина
Читайте нас