

Әсәлек капиталына Брайль шрифты менән портатив компьютер, картиналар һәм колодалар, тактиль китап, тауыш көсөн арттырыу, шулай уҡ телмәр синтезаторы. Бынан тыш, капиталға өс һәм дүрт тәгәрмәсле велосипед, велотренажер, инвалид коляскаһы өсөн электр приставкаһы, инсулин помпаһы алырға була.
Юғарыла һанап үтелгән тауарҙарҙы һатып алыу сығымдарын компенсациялау өсөн, Пенсия фондының территориаль бүлегенә йәки күп функциялы үҙәккә ғариза бирергә кәрәк.
Быйыл беренсе бала өсөн Әсәлек капиталының күләме 483 мең һум, икенсе һәм унан һуңғы балалар өсөн 639 мең һум тәшкил итә. Киләһе йылдың февралендә был сумма инфляция дәрәжәһенә үҫәсәк. Сертификат алыусыларҙың 80 процентка яҡыны уларҙы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотона.