Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
1 Ғинуар 2022, 07:35

Емерек йорт аҫтында ҡалған малайҙы хәтерләйһегеҙме?

Өс йыл элек был хәбәрҙе халыҡ, Яңы йыл алдынан ғына була торған мөғжизә, тип ҡабул иткән ине.

Өс йыл элек Магнитогорск ҡалаһында күп ҡатлы йорттарҙың береһе емерелеү сәбәпле, емереклек өйөмө аҫытнда ҡалған 11 айлыҡ ҡына сабыйҙы ҡотҡарыусы Петр Гриценко табып алған ине. Егерме биш градус һыуыҡта тәүлек буйы ятҡан малайҙың тере ҡалыуын күптәр Яңы йыл алдынан була торған мөғжизә тип ҡабул итте.

Өс йыл үткәс, улар ҡабаттан осрашҡан. Малай үҙен ҡотҡарыусы ролендә һынап ҡараған. Ваня Фокиндың ата-әсәһе Петр Гриценконы улдарының ҡиәмәтлек атаһы тип атай.

Емерек йорт аҫтында ҡалған малайҙы хәтерләйһегеҙме?
Емерек йорт аҫтында ҡалған малайҙы хәтерләйһегеҙме?
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас