+21 °С
Болотло


Татарстан Дәүләт Советы республика Конституцияһын үҙгәртергә йыйына. Был хаҡта "tatar-today.ru" сайты хәбәр итә. Дәүләт Думаһы «Асыҡ хакимиәт тураһында»ғы закон проектын ҡабул иткәндән һуң, Татарстан Конституцияһына лә үҙгәрештәр индереү талап ителә. Бынан тыш, яңы закон нигеҙендә, республикала Президент һүҙе ла бөтөрөләсәк.
"Рәсәй Президенты имзаланғандан һуң, барлыҡ төҙәтмәләр буйынса эшләйбеҙ. Әлегә ваҡыты аныҡ ҡына билдәле түгел: йә июнь, йә июлдә буласаҡ. Етди эш көтөлә», — ти Дәүләт Советы Рәйесе Фәрит Мөхәммәтшин.
Фото:rubin-kazan.ru