Һәр миҙгел, һәр мәл үҙенсә матур һәм ҡәҙерле. Әммә үткән йылғы йәй ҡурҡыныс төш булып ҡына иҫтә ҡалһын һәм башҡаса ҡабатланмаһын ине, тип теләге килә.
Май айынан уҡ ҡояштың аяуһыҙ ҡыҙҙырыуы арҡаһында сәселгән әйбер йә сыҡмайынса ҡалды, йә көйрәп бөттө. Был, иң беренсе сиратта, ауыл хужалығының бәкәленә һуҡты. Һуңынан, республиканың төрлө мөйөшөнән бер-бер артлы сығып торған янғындар ҡотто алды.
Үткән йылға йомғаҡ яһап, бегестәр был афәттәрҙең зыянын иҫәпләп сығарған. 600 мең самаһы гектар ҡояш нурҙарынан көйрәгән һәм унар миллиард һум самаһы кеҫәгә һуҡҡан. Ә 450 урында теркәлгән тәбиғәт янғындарының зыяны тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Күпме йәнлек, ҡош-ҡорттоң йәне ҡыйылыуын, үҫемлектәрҙең көл-күмергә әйләнеүен бары бер Хоҙай ғына белә.