Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
3 Ғинуар 2022, 14:45

Иң яҡшы ял – ғаилә менән уҙғаны

Юлыҡтар өлгө күрһәтте.

Бөгөн, Ғафури районының Юлыҡ ауылында уҡытыусылар тарафынан ойошторолған “Ғаилә уйындары” үтте.

“Был сараның төп маҡсаты – оҙайлы ял көндәрендә халыҡты саф һауала актив ял итергә саҡырыу, балалар менән бергә ҡышҡы уйындар уйнау. Бөгөн – Әбделмәновтар, Вәлиевтар, Масковтар, Кәримовтар һәм Ҡасҡыновтар ғаиләләре менән ҡатнашты һәм үҙ-ара ҡышҡы уйындарҙа көс һынашты. Саҡырыуыбыҙҙы ҡабул итеп килеүҙәренә рәхмәт. Яңы йылда барығыҙға ла һаулыҡ, муллыҡ, ғаилә бәхете теләйем”, - ти Юлыҡ мәктәбе директоры Эльвера Ғафарова.

Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Саф һауала күберәк йөрөп, оҙайлы ялдарҙы матур һәм файҙалы итеп уҙғарайыҡ.

Иң яҡшы ял – ғаилә менән уҙғаны
Иң яҡшы ял – ғаилә менән уҙғаны
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас