

Инвестицион проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә 50 мең тоннаға иҫәпләнгән элеватор комплексы төҙөү планлаштырыла. Ул бөртөклө һәм майлы культураларҙы ҡабул итеү, таҙартыу, киптереү һәм һаҡлау кеүек хеҙмәт төрҙәрен башҡарасаҡ. Проекттың хаҡы 774,4 миллион һум тәшкил итә, бынан тыш, районда йәшәүсе 50 кешегә эш урыны булдырыла, - ти Рөстәм Моратов.
Инвестор - "Перспектива" идарасы компанияһының Стәрлетамаҡ филиалы - ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға субсидия алырға, һалым буйынса талшамаларға, инженерлыҡ һәм транспорт инфраструктураларының объекттарын төҙөү, реконструкциялау, модернизациялау буйынса сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплатырға иҫәп тота.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан