

18-19 декабрҙә Өфөлә “Башҡортостан таланттары. Бөтә Рәсәй йыл мөғжизәләре" балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурс-фестивале уҙҙы. Дүртөйлөнән 9 йәшлек Риана "Таң атҡанда" халыҡ йырын башҡарып, "Халыҡ вокалы" номинацияһында I дәрәжә лауреат исемен яуланы.
Әсәһе Риананы 4 йәшендә "Умный кот" ғаилә клубының "Голос" вокал студияһы дәрестәренә алып килә. Хәҙер ҡыҙ 4-се класта уҡый, шул уҡ ваҡытта ғаиләһен һәм уҡытыусыһы Гөлнара Сәлимованы уңыштары һәм еңеүҙәре менән ҡыуандыра.
Был конкурс "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы үтте.
Сығанаҡ: durtuli.bashkortostan.ru
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан