Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
3 Ғинуар 2022, 06:20

Улар "Атайсал"ды йәмләй

Мәләүездә Булат Рафиҡов исемендәге әҙәби премия ике йылға бер тапҡыр бирелә. Быйыл уға өс кеше дәғүә итте һәм өсөһө лә уға лайыҡ булды.

Улар "Атайсал"ды йәмләйУлар "Атайсал"ды йәмләй
Улар "Атайсал"ды йәмләй

Эткөсөк ауылынан тыуған яҡты өйрәнеүсе Миңзәлә Сангишева награданы Мәләүез районы ауылдары тарихын, шәжәрәһе буйынса эҙләнеү эше өсөн алды. Эткөсөк һәм Аҡназар ауылдарының килеп сығышын, унда йәшәгәндәрҙең ырыу ағасын өйрәнеү буйынса мөһим тикшеренеү эшен башҡарған. 2021 йылда республиканың крайҙы өйрәнеүселәр йәмғиәте  “Башҡортостандың тораҡ пункттары” энциклопедияһын әҙерләй башланы, унда Миңзәлә Халиҡ ҡыҙының да материалдары инде. Халҡыбыҙҙың данлы үткәне, тарихи шәхестәре тураһында мәҡәләләре “Көнгәк”, “Путь Октября” гәзиттәрендә лә донъя күрә. Шулай уҡ ул - “Киске Өфө”, “Йәшлек” гәзиттәре авторы ла.

Ришат Рәшит улы Әсмәндиәров Мәләүез районының Смаҡ, Сурағол, Томансы, Муллағол ауылдарының тарихы, шәжәрәһе тураһында яҙған китаптары өсөн лайыҡ булды. Тыуған яҡты өйрәнеүсе сығышы менән Мәләүез районынан, Стәрлетамаҡта йәшәй. Әлеге ваҡытта Аптраҡ, Хәсән, Апас һәм Һарыш ауыл биләмәһенә ингән тораҡ пункттар тураһында бай материал өҫтөндә эшләй.

Өсөнсө лауреат - талантлы яҡташыбыҙ, педагогия хеҙмәте ветераны, “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы”, Мәләүез таңдары” әҙәби берекмәһенең иң оло ағзаһы Фәүзиә Йомағолова. Ул әҙәби премияны “Нөгөш” колхозы рәйесе Миңлеәхмәт Йомағолов иҫтәлегенә арналған роман, шиғырҙар һәм хикәйәләр ингән “Мөхәббәттең милләте юҡ” китабы өсөн алды. Фәүзиә Муса ҡыҙы үҙенең шиғри һәм сәсмә әҫәрҙәрендә Ватанға, тыуған яҡҡа, хеҙмәтсән халҡына дан йырлай.

Лауреаттарҙы ҡотлайбыҙ!

Автор:Лена Абдрахманова

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас