Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
4 Ғинуар 2022, 07:48

Аграрийҙарға ҙур ярҙам күрһәтелде

Былтыр аграрийҙар 2,2 миллион тонна уңыш йыйып, алдағы йылға ҡарағанда ике тапҡырға кәмерәк булды.

Аграрийҙарға ҙур ярҙам күрһәтелдеАграрийҙарға ҙур ярҙам күрһәтелде
Аграрийҙарға ҙур ярҙам күрһәтелде


Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов 2021 йылда ауыл хужалығы һәм урмансылыҡта булған үҫешкә йомғаҡ яһаны һәм 2022 йылға яңы маҡсаттар билдәләнде.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 2021 йылда тулайым продукт күләме 170 миллиард һум тәшкил иткән. Һуңғы 10 айҙа ғына аграрийҙар 153 миллиард һумлыҡ ауыл хужалығы тауарҙары етештергән. Атап әйткәндә, үҫемлекселек буйынса 63,6 миллиард һумлыҡ булһа, малсылыҡтан  89,4 миллиард һумлыҡ етештерелгән.

Министр билдәләп үткәнсә, үткән йылда Башҡортостанда ғына түгел, ил буйынса ауыл хужалығында бер ни тиклем ауырлыҡтар күҙәтелде. Ғинуар-октябрь айына етештереү индексы 97,1 процентҡа тигеҙ булды. Төбәктә ҡоролоҡ  юғары уңыш йыйып алыуға аяҡ салды.

- Аграрийҙар 2,2 миллион тонна уңыш йыйып, алдағы йылға ҡарағанда ике тапҡырға кәмерәк булды. Шәкәр сөгөлдөрө - 966,6 мең тонна, май культуралары 408,9 мең тонна тәшкил итә. Был республиканың үҙ ихтыяжын ҡапларға етә. Шул уҡ ваҡытта, игендең сифаты алдағы йылдарға ҡарағанда күпкә юғарыраҡ, - тине Илшат Фәзрахманов.

Бөгөн республикала 125 миллиард һумға 70 инвестицион проект ғәмәлгә ашырыла. Бөгөнгө көнгә 1626 эш урыны булдырылған.

2022 йылға Илшат Фәзрахманов түбәндәге бурыстарҙы билдәләне: тармаҡты актив һанлаштырыу, яңы төр культуралар булдырыу, һуңғы йылдар климатына ярашлы технологияларҙы яҡшыртыу, төбәктең эпизоотик именлеген булдырыу һәм һөтсөлөктө үҫтереү.

Фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54391

 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас