Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
4 Ғинуар 2022, 04:35

Ғалимәнең тыуған көнө

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультеты деканы, "Шоңҡар" журналының мөхәрририәт ағзаһы  Гөлфирә Абдуллина бөгөн тыуған көнөн билдәләй. Гөлфирә Риф ҡыҙын ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ, сәләмәтлек, ғаилә именлеге,  артабан да яңы артылыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар.

Ғалимәнең тыуған көнөҒалимәнең тыуған көнө
Ғалимәнең тыуған көнө

Абдуллина Гөлфирә Риф ҡыҙы 1975 йылдың 4 ғинуарында БАССР-ҙың Ишембай районы Маҡар ауылында тыуған. 1995 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлап, башланғыс кластар уҡытыусыһы дипломын ала. Гөлфирә Абдуллина СДПИ-ны яҡшы билдәләргә тамамлағандан һуң, 1995 йылда шунда уҡ ассистент булып, һуңынан өлкән уҡытыусы, артабан доцент, профессор, фән эштәре буйынса декан урынбаҫары булып эшләй. 2019 йылдың 16 ғинуарынан алып Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты (БФШһЖФ) деканы[2].

Гөлфирә Риф ҡыҙы — Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы ғилми-техник өлкәһендә эксперт; тел ғилеме, ғәмәли лингвистика һәм мәғлүмәт технологиялары буйынса ғилми советтың ғилми секретары ла.

Төп хеҙмәттәре

Уның ғилми тикшеренеүҙәре башҡорт теленең морфологияһына, морфонологияһына һәм лексигологияһына бағышланған. Гөлфирә Риф ҡыҙы — 360 фәнни-методик хеҙмәте бар, шул иҫәптән 8 монография (уларҙың дүртәүһе авторҙашлыҡ менән), 1 фәнни мәҡәләләр йыйынтығы, 1 коллектив монография, 1 һүҙлек (авторҙашлыҡ менән), 5 уҡыу әсбабы һәм гуманитар вузы студенттары өсөн дәреслектәр, 16 уҡытыу-методик яҙмалар, программалар һәм 300-ҙән ашыу фәнни мәҡәләләр авторы. 30-ҙан ашыу фәнни мәҡәләләре Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының ВАК исемлегендәге баҫмаларҙа, 13 мәҡәләһе Scopus/WebofScience мәғлүмәттәр базаһы баҫмаһында, 5 мәҡәләһе халыҡ-ара рецензияланған фәнни баҫмаларҙа баҫыла. Гөлфирә Абдуллина 5 фән кандидатын әҙерләгән.

Төп ғилми баҫмалары

  1. Башҡорт теле. Морфонология: Монография. — Өфө: Ғилем, 2004.
  2. Башҡорт теленең формалашыуы: Монография. — Өфө: Ғилем, 2008.
  3. Башҡорт теленең һүҙ үҙгәреше: Монография. — Өфө: Ғилем, 2008.
  4. Башҡорт теленең морфологияһы: Уҡыу әсбабы. — Стәрлетамаҡ, 2009.
  5. Башҡорт теленең грамматик системаһы: формалашыу һәм һүҙ үгәреше. — Өфө: Ғилем, 2011.

Ағаһы Рәфис — Стәрлетамаҡта БДУ-ның филиалында, һеңлеһе Гөлназ Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжында белем бирә. 

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының попечителдәр советы рәйесе (2021)[3].

Наградалары

Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының «Студенттарҙың ғилми-тикшеренеү эшен үҫтереү» билдәһе (2012).

БР Мәғариф министрлығының Маҡтаулы хаттары һәм Почет грамоталары.

Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2021)[4].

 

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас