+22 °С
Ямғыр
2022 йылдың 22 феврале биш икене үҙ эсенә генә алмай (22.2.22), ә аҙнаның икенсе көнөнә, йәғни шишәмбегә лә тура килә. Ғәҙәттә, йәштәр бындай “алтын” даталарға ҡыҙығыусан һәм ғүмерҙәрендә иң ҡабатланмаҫ мәл – законлы никахҡа инеүҙе улар ошо көнгә ҡалдыра.
Ысынлап та, матур дата. Әммә ғаилә тормошо ялтырауыҡтарҙан ғына тормай бит. Һәр ялтыраған нәмә алтын булмай, тиҙәр. Күп ваҡыт ике яҡтан да сабырлыҡ, түҙемлек кеүек күркәм сифаттарға эйә булыусылар ғына бергә оҙон һәм бәхетле ғүмер кисерәләр.