Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Новости
4 Ғинуар 2022, 09:00

Ташландыҡ биләмә хәҙер балаларҙың яратҡан урыны

Был майҙан элек ташландыҡ хәлдә була, соҡорға сүп-сар тултырыусылар ҙа табыла.

Республика башлығы тәҡдиме менән башланған проект сиктәрендә Өфө районының Суровка ауылында балалар спорт майҙансығы сафҡа индерелде.

Суровка ауылы эргәһендә, өс юл сатында ятҡан ташландыҡ биләмә хәҙер балаларҙың яратҡан урыны. Бында заманса ҡоролмалар урын алған. Спорт майҙансығы «Атайсал» проекты сиктәрендә ҡуйылған. Михайловка ауылы советы күтәреп сыҡҡан тәҡдимде ошо биләмәләге дүрт эшҡыуар күтәреп алған. Эште ойоштороу бурысы тәжрибәле эшҡыуар Марат Усмановҡа йөкмәтелгән.

 

Эшҡыуарҙар әйтеүенсә, был майҙан элек ташландыҡ хәлдә була, соҡорға сүп-сар тултырыусылар ҙа табыла. Шуға күрә тәүҙә биләмә тәртипкә килтерелә, ер тигеҙләнә. Артабан инде асфальт ҡатламы һалыу, спорт ҡоролмалары урынлаштырыу кеүек төҙөлөш эштәре башлана.

 

Бөтәһе 1 миллион һумға яҡын аҡса тотонола. Ауыл халҡы әйтеүенсә, Суровка йылдам үҫешкән ауылдарҙың береһе, урында йәш, ишле ғаиләләр байтаҡ, шуға балалар майҙансығына ихтыяж ҙур.

 

Сығанаҡ: "БЮТ"

Ташландыҡ биләмә хәҙер балаларҙың яратҡан урыны
Ташландыҡ биләмә хәҙер балаларҙың яратҡан урыны
Автор:Загида Мусина
Читайте нас