Йәрмәкәй районы “Шават” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы ярымфабрикаттар етештерә. “2019 йылда район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматындағы кәңәшмәлә “Шават” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы булдырыу буйынса инициатив төркөм вәкиле Гөлназ Шәфиғуллинаның проектын ҡарағайныҡ. Башланғысты хуплап, БР Ауыл хужалығы министрлығы ойошторған конкурста ҡатнашыу өсөн документтар әҙерләргә ярҙам иттек. Коллектив, комиссия алдында лайыҡлы сығыш яһап, өс миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы алды һәм уны кооперативты үҫтереү өсөн тотондо”, – тип хәбәр итә Йәрмәкәй районы хакимиәтенең иҡтисад, эшҡыуарлыҡ, сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлау бүлеге. Сығанаҡ: "Башҡортостан ҡыҙы "