“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә, Нефтекамала «Йәшлек House» йәштәр йорто үҙ ишектәрен асҡан.
“Был – Башҡортостан йәштәренә Яңы йыл бүләге. “Йәшлек House” бинаһының подвал өлөшө ремонтланды. Бында тауыш яҙҙырыу студияһы, ТВ-студия, сығыштар өсөн зал – барыһы ла заманса талаптарға тап килеп эшләнде, яҡшы аппаратура менән тәьмин ителде. Хәҙер иң мөһиме – уны буш тотмау. Йәштәр йортонда тормош ҡайнарға тейеш.
Быға тиклем, Нефтекамала йәштәрҙең аралашыу үҙәге бар ине, хәҙер уны тотош республика буйынса булдырыу күҙаллана. Стәрлетамаҡ менән Салауаттан башларға ниәт итәбеҙ, унан һуң Урал аръяғында урынлашҡан ҡалаларҙа планлаштырылған”, - ти республика Башлығы Радий Хәбиров.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостана