Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылында өр-яңы ФАП ҡулланыуға тапшырылды.
Объект "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты ярҙамында төҙөлгән. Барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған ФАП ауыл халҡына Яңы йылға бик яҡшы бүләк булды!