+21 °С
Болотло


Был хәл Иглин ауылында була. Мелиораторҙар урамындағы 30-сы йортта янғын сыға. Ул ике ҡатлы була. Ялҡын телдәрен янғын һүндереүселәр ярҙамы менән һүндерелә, әмммә йорттағы 11 йәшлек малай ҡазаланып өлгөрә. Уны Өфөгә дауаханаға килтерәләр.
Мәғлүм булыуынса, өйҙә малайҙан башҡа берәү ҙә булмаған. Шуға ла балаларҙы өйҙә яңғыҙын ҡалдырмаҫҡа, бәлә-ҡаза була ҡалһа, нисек һаҡланыу сараларын өйрәтеү сараһын күрегеҙ.