Үлемһеҙ әҫәрҙәр була. Уларҙың бәҫен ваҡыт та, йәмғиәттәге туҡтауһыҙ үҙгәреш-боролоштар ҙа төшөрә алмай. Бер мәл интернет киңлектәрен гиҙгәндә Фәрзәнә Аҡбулатованың "Атай икмәге" хикәйәһенә юлыҡтым. Бынан егерме йылдар самаһы элек һоро тышлы китаптан ошо әҫәрҙе ғаиләбеҙ менән ҡулдан ҡулға йөрөтөп уҡығаныбыҙ иҫкә төштө.
Бәләкәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан һуғыш тигән төшөнсәнең ниндәй мәғәнә аңлатҡанын үҙ иңдәре аша күтәреп, кескәй генә йөрәктәре ғүмерлеккә яраланған Мотаһар менән Миҙхәттең яҙмышы тетрәндергәйне ул ваҡытта. Нимәһе әһәмиәтле, күпме ваҡыт үтһә лә, был әҫәрҙе яңынан уҡып сыҡҡас шундай уҡ тойғолар кисерҙем. Бына ҡайҙа ул һүҙҙең көсө, яҙыусы оҫталығы тип һоҡландым. Әҙәбиәт дәреслеге программаһына индерелгән был әҫәр тураһында авторҙың үҙе менән әңгәмәләшеү уйы ла тап шул мәлдә барлыҡҡа килде.
- "Атай икмәге" әҫәрен яҙыуға нимә этәрҙе?
- Ҡәләм тирбәткән бер төркөм студенттар "Шоңҡар" әҙәби түңәрәгенә йөрөй торғайныҡ. Һәр беребеҙҙең ижад емеше менән танышабыҙ, күмәкләшеп тикшерәйбеҙ, тәнҡитләп ташлайбыҙ. Дөйөм алғанда, әҙәбиәткә тәүге аҙымдарын яһаған йәш яҙыусылар өсөн ысын мәғәнәһендә осош өсөн ҡанат нығытыу урыны булды ул. Мин дә тәүге әҫәрҙәремде ошо түңәрәккә йөрөгән саҡта яҙҙым.
“Атай икмәге” хикәйәһен дә университетта уҡығанда яҙҙым Һуғыш тематикаһы үҙем өсөн белгән аңлайышлы тема ине. Сөнки һәр ғаилә был афәтте кисергән. Шул осорҙа йәшәгән кешеләр араһында үҫтек. Мине тетрәндергән ваҡиғалар күп булды - ишеткәндәрем, уҡығандарым... нимәлер тетрәндерһә, ижадсы уйлана башлай, шул теманы күтәреп яҙғыһы килә. Минең атайымдың да ҡустыһы Фәтҡулла һуғыш йылдарында ағыулы башаҡ ашап үлә. Ул йылдарҙа аслыҡ көслө була бит. "Атай икмәге" әҫәрендәге малайҙар образын тыуҙырыуҙа, уларҙыңдиалогтарын яҙыуҙа үҙемдең бәләкәй ҡустым да "ярҙамсы" булғандыр. Сөнки бәләкәй малайҙар үҙ-ара нисек һөйләшә тип, Фәттәх ҡустымдың дуҫтары менән һөйләшкәнен тыңлай торғайным. Миңә ҡыҙыҡ ине. Шуға ла бик тәбиғи диалогтар тыуҙы.
"Атай икмәге” хикәйәһе - минең тәүге әҫәрҙәремдең береһе, ихлас яҙылды, шуға ла уны әҙәбиәтте уҡыусылар яратып ҡабул итте. Ә һуғыш йылдарында аслыҡтан ауылдарҙа бик күп кеше ҡырылған, айырыуса балалар. Мин иһә уларға әҙәбиәттә үҙенсәлекле "һәйкәл" ҡуя алыуым менән бәхетлемен.
- Сюжетта һүрәтләнгән ваҡиғалар ысынбарлыҡтан алынғанмы?
- Сюжетта һүрәтләнгән ваҡиғалар - документаль күсермә түгел. Ундағы геройҙар барыһы ла типикләштерелгән образдар. Һуғыш афәтен кисергән һәр ғаилә унда үҙенең туғандары яҙмышын күрә, таба ала. Ғәлләм ағай , йәғни атай образын тыуҙырғанда, мин үҙ атайымды һәр саҡ күҙ уңында тоттом. ул көслө рухлы ғаилә башлығы, ысын атай. Шуға ла атай образын да яҙыуы миңә еңел булды.
- Әҫәр тәүге тапҡыр баҫылып сыҡҡас уҡыусылар тарафынан ниндәй фекерҙәр булды?
- “Атай икмәге” хикәйәһен "Шоңҡар" әҙәби берекмәһе етәксеһе, барлыҡ ағзаларҙың әҫәрҙәре менән ҡуша , Башҡортостан Яҙыусылар союзының пропаганда бүлегенә алып бара. Шунда прозаик Рәшит Солтангәрәев минең хикәйәмә иғтибар итә. Ул үҙе лә һуғыш осоро балаһы ине. Артабан ошо хикәйәне "Ағиҙел" журналына тәҡдим итә. Журналдың баш мөхәррире Әмир Гәрәев минең хикәйәне оҡшата. Ул мине редакцияға саҡырып алды, оҙаҡ итеп һуғыш мәлдәрен иҫләп ултырҙы. Баш мөхәррир фатихаһы менән хикәйә журналда баҫылды. Был ғына түгел әле, мине ошо мәртәбәле журналдың йыллыҡ лауреаты иттеләр. Студенттың лауреат булыуы - журнал тарихында беренсе мәртәбә ине. Оло әҙиптәрҙең ышаныстарын аҡларға тырыштым. Артабан ижад итеүҙән туҡтаманым. Аҡларға тырышыу - бер. Минең үҙемә ижад эше бик оҡшай, ул миңә рухи ҡәнәғәтлек бирә. Иң мөһиме, был хикәйә минең атайым менән әсәйемә оҡшаны. Атайымдың ҡыуаныуы минең өсөн иң юғары баһа булды һәм ошо баһаны төшөрмәҫкә тырыштым һәм тырышам. "Атай икмәге" хикәйәһе тураһында һәр осорҙа ла үҙ фекерҙәрен белдергәндәр күп булды. Уны классик әҫәр тип тә атанылар. Мин, әлбиттә, хикәйәмдең оҙон ғүмерле булыуын теләйем. Ул артабан да кешеләрҙең күңелен сафландырһын, уларҙы туғандарына ҡарата мәрхәмәтлерәк булырға өйрәтһен.
- Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн яҙылған тағы ла ниндәй әҫәрҙәрегеҙ бар?
- Был хикәйәнән тыш, мин балалар һәм үҫмерҙәр өсөн байтаҡ әҫәрҙәр яҙҙым. "Толпар ҡанатлы була" хикәйәһе кластан тыш уҡыу китабына ингән. "Тылсымлы туҫтаҡ" урыҫ теленә лә тәржемә ителде һәм "Балалар әҙәбиәте антологияһына" ла ингән. Минең иң ҙур шатлығым "Харис + Кирамат донъя" тип аталған фентэзи роман яҙыуым менән бәйле. Гарри Потер тураһындағы романдарҙы уҡығандан һуң тыуған идеямды тормошҡа ашырҙым. Мин уны иң ҡыҙыҡ әҫәрем тип атайым. Төп геройым Харис Кираматтар, йәғни тылсым эйәләре донъяһында йәшәй, мажараларға, төрлө хәлдәргә тарый. Ҡурҡыныс та, мауыҡтырғыс та хәлдәр тасуирлана унда. Яуызлыҡ менән яҡшылыҡтың көрәшен бәйән итәм. Нисә йәштә булмаһын, һәр кем батырлыҡ эшләй ала, шуны күрһәттем. "Һине толпарың көтә, егет!" тигән повесым "Йәншишмә"лә яңыраҡ баҫылды. Ундағы малай ҙа уҡыусыларға оҡшағандыр тип өмөт итәм. Бигерәк тә йылҡы малын үҙ иткәндәргә.
- Йәш китар уҡыусы дуҫтарыбыҙға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
- Китап уҡыған кеше үҙаллы фекерләргә өйрәнә, тимәк, ул киләсәктә шәхес буласаҡ. Милләте һәм республикаһы өсөн бик күп файҙалы эштәр атҡарасаҡ. Шәхес, лидер булғығыҙы килһә, китаптарға мөрәжәғәт итегеҙ. Китаптар һеҙҙе рухи яҡтан сыныҡтырасаҡ.