Шоңҡар
+12 °С
Облачно
Новости
5 Января 2022, 07:15

Өфө балалар филармонияһы көлөп тора

Йырларға, бейергә теләгегеҙ булһа, рәхим итегеҙ! 

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфө балалар филармонияһы  көлөп тораӨфө балалар филармонияһы  көлөп тора
Өфө балалар филармонияһы көлөп тора

Ремонттан  һуң Өфө балалар филармонияһы яңынан асылды. Мәҙәниәт үҙәгендә  йыһаздар тулыһынса алмаштырылған, янғын һағы системаһы яңыртылған. Шул уҡ ваҡытта  мозаика, барельефтар, мәрмәр колонналар һәм стеналар биҙәлеше һаҡлап алып ҡалынған. Бөгөн бында 28 ижади берләшмә эшләй, уларҙың 26-һы балалар өсөн тәғәйенләгән. Был түңәрәктәрҙә һәм төркөмдәрҙә 484 кеше шөғөлләнә.

Шаҡтай сығым талап иткән  ремонт эштәрен атҡарып сығыу ил күләмендә, Рәсәй Президенты В.В. Путиндың май указдарына ярашлы, “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды.

Фото: Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас