Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
5 Ғинуар 2022, 08:21

Хәйбулла районы республика башлығы грантына лайыҡ булды

“Демография һәм социаль үҫеш” номинацияһында еңеү район өсөн тос ҡаҙаныш

Хәйбулла районы республика башлығы грантына лайыҡ булдыХәйбулла районы республика башлығы грантына лайыҡ булды
Хәйбулла районы республика башлығы грантына лайыҡ булды

“Демография һәм социаль үҫеш” номинацияһы буйынса муниципалитеттар эшмәкәрлеге төрлө яҡтан баһаланды.

Бында халыҡ үҫешен тәьмин итеү, уларҙың килем кимәлен күтәреүгә шарттар булдырыу, йәштәр сәйәсәте, патриотик тәрбиә, йәштәр араһында әрмегә тиклемге әҙерлек алып барыу, таланттарҙы асыҡлау һәм башҡалар инә. Был номинацияла Башҡортостан буйынса Нефтекама ҡалаһы, Хәйбулла һәм Туймазы райондары билдәләнде.

Муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Шәрипов был турала үҙенең сәхифәһендә яҙҙы.

--Яңы йыл алдынан барлыҡ эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһала. Социаль сәйәсәт өлкәһендә Хәйбулла районының Башҡортостан Башлығы Грантына лайыҡ булыуы ҡыуаныслы ваҡиға. Беҙ һөҙөмтәләр күрһәтәбеҙ, уңыштарға ирешәбеҙ. Был барлыҡ социаль хеҙмәттәр, йәмәғәт ойошмалары, һәм, әлбиттә, район халҡының ҡаҙанышы,--тип хәбәр итте Рөстәм Динислам улы.

 

Автор: Марьям Имангулова

Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас