Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
5 Ғинуар 2022, 06:55

Спортсыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ!

Барлыҡ спортсыларға, еңеүселәргә  һәм уларҙың тренерҙарына  батырлығы һәм хеҙмәте  өсөн  ҙур рәхмәт белдерәм!

Спортсыларыбыҙ  менән ғорурланабыҙ!Спортсыларыбыҙ  менән ғорурланабыҙ!
Спортсыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштар менән бүлешкән.
– Йәйге XXXII Олимпия уйындарында (Токио-2020) Башҡортостандан Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында  биш спортсы сығыш яһаны,  икәүһе алтын һәм көмөш миҙал яуланы. 
– Токиолағы Паралимпиадала миҙал иҫәбе буйынса Рәсәй паралимпиадасылары дүртенсе булды, улар бөтәһе 36 – алтын, 33 – көмөш һәм 49 бронза миҙалы яуланы. Шул иҫәптән, Башҡортостан спортсылары 12 миҙал алды. Барлыҡ паралимпиясыларға һәм уларҙың тренерҙарына уларҙың батырлығы һәм көсө өсөн рәхмәт.

Радий Фәрит улы Өфөләге юниорҙар араһында ойошторолған спорт көрәше өсөн донъя чемпионаты тураһында ла фекерен белдергән. Башҡортостан Башлығының һүҙҙәренә ҡарағанда, өс йыл һуҙымында спорт ярышын үткәреү тураһында һөйләшеүҙәр алып барғандар. Өфөлә бәйгене үткәреү тураһында Берләшкән Донъя көрәшенең (UWW) президенты Ненад Лалович юғары баһа биргән. Башҡортостан көрәшселәренең әлеге турнирҙа триумфатор булыуы бик мөһим. Юғары һөҙөмтә күрһәткәндәр.

Дзюдо буйынса Европа чемпионаты сираттағы ҙур халыҡ-ара турнир булды, ул Башҡортостанда 2021 йылда уҙҙы.  Турнирҙа 16 илдән йыйылма командалар ҡатнашты. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ярыштарҙа ҡатнашыусыларға ҡотлау хатын юлланы.

Биатлон. Эдуард Латипов 2021 йылдың декабрендә Донъя кубогы этаптарында 2 көмөш һәм 2 бронза миҙал яуланы, Рәсәйҙең иң яҡшы биатлонсылары исемлеген етәкләне һәм донъяның иң яҡшы биатлонсылары араһында халыҡ-ара биатлонсылар союзы рейтингының дүртенсе баҫҡысына күтәрелде. Рәсәй йыйылма командаһы составында Антон Бабиков та яҡшы  сығыш яһаны.

Башҡортостанда “Ауыл тренеры” спорт проекты тормошҡа ашырыла. “Мәктәптәрҙә спорт ярышы” проекты үҙенә 6500 уҡыусы баланы берләштерә. Беҙҙә Гимнастика үҙәге төҙөлөшө тамамланыу алдында, басейндар һәм ФОКтар төҙөлә, мәктәптәрҙә спорт залдары ремонтлана. Ошолар тураһында Радий Хәбиров ентекләп яҙған.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас