Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
5 Ғинуар 2022, 13:15

Ҡубыяҙҙа яңы шатлыҡ

Был бина бер нисә айҙа төҙөлгән.

Ҡубыяҙҙа яңы шатлыҡҠубыяҙҙа яңы шатлыҡ
Ҡубыяҙҙа яңы шатлыҡ

Яңы йыл яңы шатлыҡ алып килде Асҡын районы Ҡубыяҙ ауылы халҡына. Ауылда  фельдшер-акушер пункты асылды.  Бығаса эшләгән пункттың бинаһы 1970 йылда һалынған. Әлбиттә, заман талаптарына яуап бирмәгән. Ауылда бөгөн 1400 кеше йәшәй. Шул сама күп кешегә уңайлы, яңы бина кәрәк ине.

Объект  2021 йылдың сентябрендә төҙөләй башлай һәм бик тиҙ арала файҙаланыуға тапшыралар.  Заманса йыһазландырылған бинала кәрәкле ҡорамалдар бар. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас