

Дистанциялы форматта уҙған конкурста 104 кеше ҡатнашҡан. Ҡурайсыларҙың асыҡ конкурсы бар ижадын яратҡан музыка ҡоралы – ҡурайҙы популярлаштырыуға арнаған Әҙһәм Динислам улының эшен дауам итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Ҡатнашыусыларҙы баһалаусы абруйлы жюри составына билдәле ҡурайсылар, халыҡ ижады белгестәре, уҙған конкурстар еңеүселәре ингән, рәйесе - Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдинов.
Мәртәбәле бәйгелә Красноусолдан Иршат Дауытов 1-се урынға лайыҡ булды. Иршаттың етәксеһе, билдәле ҡурайсы Рәмил Ҡотдосов әйтеүенсә, тырыш егет ижади бәйгеләрҙә беренсегә ҡатнашмай. Быға тиклем дә төрлө конкурстарҙа призлы урындарға өлгәшеп килә ул. Иршатҡа һәм уның остазы Рәмил Мостафа улына уңыштар, тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр теләйбеҙ.