Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
6 Ғинуар 2022, 06:10

Яңы сиректе - яңы мәктәптә

Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ҡасабаһын бына ошондай шәп белем усағы йәмләй.

Яңы сиректе - яңы мәктәптәЯңы сиректе - яңы мәктәптә
Яңы сиректе - яңы мәктәптә

Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ҡасабаһында төҙөлгән белем усағында әле ҡыҙыу эш мәле. Бында 340 урынға иҫәпләнгән мәктәпте яңы сиреккә өлгөртөргә тырышалар. Төрлө хеҙмәттәр тарафынан комплекслы тикшереү үткәрелгәндән һуң Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты тарафынан социаль объекттың талаптарға яуап биреүе тураһында һығымта бирелгән.

Яңы белем усағы ҡышҡы каникулдан һуң балаларҙы ҡабул итәсәк, тип күҙаллана. 

Әйткәндәй, яңы мәктәп  ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проектына ярашлы төҙөлгән.

Фото: karmaskaly-nov.ru

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас