Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
7 Ғинуар 2022, 07:00

Өфө циркы ҡасан асыласаҡ?

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итеү өсөн ауыл ерендәгеләргә  "Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" программаһы эшләй башланы. Беренсе 60 белгес 500-әр  мең һум грант алды.

Өфө циркы ҡасан асыласаҡ?Өфө циркы ҡасан асыласаҡ?
Өфө циркы ҡасан асыласаҡ?

Республика Хөкүмәте вице-премьеры  Азат Бадранов мәҙәниәт өлкәһе өсөн 2021 йылдың үҙенсәлекле булыуын билдәләп үтте.

VI бөтә Донъя фольклоры,«АРТ-Ҡоролтай»,"АРТ-Ҡоролтай. Балалар» кеүек  ҙур мәҙәни форумдар беренсе тапҡыр уңышлы үткәрелде. Өфөлә беренсе тапҡыр «Алтын битлек» Рәсәй театр премияһының төбәк программаһы уҙҙы. Шулай уҡ Башҡорт опера һәм балет театры Мәскәүҙә Ҙур театрҙа "Дон Кихот" операһын күрһәтте, Милли симфоник оркестр беренсе тапҡыр Мәскәү һәм Санкт-Петербург дәүләт филармонияһы сәхнәләрендә уңышлы сығыш яһаны.

Президент Владимир Путиндың май указдары менән ҡул ҡуйылған "Мәҙәниәт" проектына ярашлы Ҡариҙел районында яңы клуб, реконструкция һәм капиталь ремонт эштәренән 19 һуң мәҙәниәт учреждениеһы эшләй башланы. 5 автоклуб алынды, 10 моделле 3 китапхана һәм кинозал асылды.

4 мәҙәниәт музыкаль колледжы инструменттар һәм уҡыу материалдары менән йыһазландырылды.

Нефтекама филармонияһында виртуаль зал асылды, музей коллекциялары буйынса 3 мультимедиа гид булдырылды. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итеү өсөн ауыл ерендә эшләүсе "Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" программаһы эшләй башланы. Беренсе 60 белгес 500-әр  мең һум грант алды.

2022 йылда капиталь ремонт һәм реконструкциянан һуң 19  мәҙәниәт объектын асыу, 22 учреждениены заманса йыһаздар менән тәьмин итеү планлаштырыла. Өфө юбилейына Ҡурсаҡ театрын, Өфө циркын реконструкциялауға,  Евразия китапханаһы төҙөлөшөн башларға иҫәп тотола. 

Фото:ирекле сығанаҡ

 

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас