Бөгөн төнгө сәғәт 1-ҙә Благовещен районында Өфөнән Павловкаға осҡан Еврокоптер AS350 вертолеты фажиғәгә тарыны. Вертолетта өс кеше була. Һәләкәттә билдәле юрист Андрей Олейник шунда уҡ вафат булған. Икенсе пассажир иһә "Ашығыс ярҙам" машинаһында йән бирә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, вертолет төҙөк булмаған тигән фараз бар. Икенселәр пилоттың хатаһы йәки ҡатмарлы һауа шарттары сәбәпсе булған ти. Әле ваҡиға буйынса тикшереү бара.
Был көндәрҙә һауа шарттарының боҙоласағы хаҡында иҫкәртә килделәр ҙә бит.