Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
7 Ғинуар 2022, 07:25

Ҡыйғы районында яңы быуын китапханаһы асылды

Түбәнге Ҡыйғы ауылында йәшәүсе һәр кеше бында күңеленә оҡшаған шөғөл таба ала.

Ҡыйғы районында яңы быуын китапханаһы асылды

Виртуаль сәйәхәттәр һәм дизайн нигеҙҙәре... Ҡыйғы  районында яңы быуын моделле китапхана асылды. Яңыртылған китап фонды, интерактив киңлек, заманса компьютер техникаһы. Түбәнге Ҡыйғы ауылында йәшәүсе һәр кеше бында күңеленә оҡшаған шөғөл таба ала. Ҡыҙыл  таҫма киҫелгән, тимәк, китапханаға инеү урыны хәҙер барыһы өсөн дә асыҡ. Хәйер, хәҙер яңы ижади киңлекте китапхана тип кенә атау дөрөҫ тә түгел. Кескәй  уҡыусылар өсөн бында  китапты ҡулға алып ҡына ҡалмай, өҫтәл уйындарында дуҫтар менән көс һынашыу мөмкинлеге лә бар.

-Рефераттар, мәктәп конференцияһына докладтар, Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлек - хәҙер яңыртылған китапханала интернетҡа тоташтырылған дүрт компьютер бар. Өҫтәүенә, дизайн нигеҙҙәрен үҙләштереп, үҙеңдең продуктыңды әҙерләй башларға ла мөмкин. Мәҫәлән, һүрәттәр һалынған көрөшкәләр һәм сумкалар. Ҡаты предметтарҙа баҫыу өсөн принтер һәм күп функциялы термопресс был йәһәттән ярҙам итәсәк.

Ә бына виртуаль ысынбарлыҡ аттракционы балаларҙы ла, өлкәндәрҙе лә вайымһыҙ ҡалдырмаясаҡ. Бында уйындар уйнарға ғына түгел, донъя буйлап сәйәхәткә сығырға һәм төрлө уҡыу программалары менән файҙаланырға мөмкин. Ә оло быуын кешеләре яңы китапханала һәр төрлө презентациялар һәм ижади осрашыуҙар үткәрә ала. Бында «Хужабикә» ауыл ҡатын-ҡыҙҙар клубы үҙенең базаһын булдырған. Эштән буш ваҡыттарында хаҡлы ялдағылар йыйылышып, төрлө эштәр башҡара.

Фото: Bash.News

#Национальныепроекты

#Миллипроекттар

Ҡыйғы районында яңы быуын китапханаһы асылды
Ҡыйғы районында яңы быуын китапханаһы асылды
Автор:Гульшат Кагарманова
Читайте нас