Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
8 Ғинуар 2022, 07:40

2022 йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителде

Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

2022 йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителде

2022 йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫына арнала, тиелә ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған указда. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
«Был ҡарар халыҡ сәнғәтен киң йәйелдереү һәм мәҙәни традицияларҙы, тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙы, этномәҙәни күп төрлөлөктө, бөтә халыҡтарҙың һәм этник берлектәрҙең мәҙәни үҙенсәлеген һаҡлау маҡсатында ҡабул ителде», - тиелә документта.

Президент Рәсәй хөкүмәтенә ике ай эсендә ойоштороу комитетын булдырырға, шулай уҡ Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылын үткәреү буйынса төп саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға ҡушты.

kulturarb.ru

2022 йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителде
2022 йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителде
Автор:
Читайте нас