

Ирле-ҡатынлы Виктор Николаевич Быков менән Миңзәлә Һатыбал ҡыҙы Йәнбирҙина вакцинаның икенсе компонентын һалдырҙы.
-Ирем менән һөйләштек тә, вакцина яһатырға ҡарар иттек. Сөнки пандемия шарттарында шунһыҙ булмай. Беҙ кешене тыңламайбыҙ, үҙебеҙҙең башыбыҙ менән уйлап эш итәбеҙ. Был яңы ауырыу, уға беҙҙең иммунитетыбыҙ юҡ. Хәйер, гриптан вакцина яһатырға ла ҡурҡыусылар булды. Ҡурҡып ултырһаҡ, сир еңәсәк, әлбиттә, бирешәсәкбеҙ.
Тәүге компонентын һәйбәт үткәрҙек, ауырыманыҡ.
Кемдәр һаман шикләнә, шуларға әйтергә теләйем: вакцина эшләтергә кәрәк, шунһыҙ был сирҙе еңә алмаясаҡбыҙ.
Вакцина булғас, теләгән ергә йөрөп була. Ә тормош шул хәтлем матур, рәхәтләнеп, уның бөтә матурлыҡтарын күреп, татып йәшәргә кәрәк. Вакцинаһыҙ булғас, ҡурҡып, өйҙә генә ултырып, ғүмерҙе заяға үткәрмәйек, - тине Миңзәлә Һатыбал ҡыҙы.
Миңзәлә апайға быйыл февралдә 63 йәш тула, Виктор Николаевич мартта 64 йәшен билдәләйәсәк.
Эйе, грипҡа ҡаршы вакцина яһатҡанда ла, барыбер ауырыным былтыр, шуға яһатмайым, тиеүселәр була ине. Әлбиттә, вакцина яһатҡас та сирләргә мөмкин. Ләкин сирҙең организм өсөн эҙемтәләре еңелерәк була. Ә ковидтың эҙемтәләрен уны үткәргәндәр генә белә...
Автор:Таңһылыу Баһауетдинова.