Өфөлә көслө ҡар яуыуы арҡаһында йөк транспорты өсөн инеү юлдары ябылды
Сикләү киске сәғәт 5-кә тиклем дауам итә
Бөгөн, 8 ғинуарҙа, көслө ҡар яуыуы сәбәпле Өфөгә йөк транспортына юл ябылды. Был хаҡта баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Мэрия хеҙмәткәрҙәре һөйләүенсә, Өфө-Аэропорт, Өфө-Шакша-КПМ, Өфө-Жилин, Бөрө тракты һәм Өфө-Затон-КПМ йүнәлештәре буйынса дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарында киске сәғәт 5-кә тиклем йөк машиналары инеүе сикләнә.
Әлеге сикләүҙәр, ҡала хакимиәте һүҙҙәренсә, алама һауа шарттарында юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында башҡарыла. Ҡала хеҙмәттәре был сараларҙы аңлап ҡабул итеүҙәрен һорай. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөнө көслө ҡар ҡапланы. Уҙған төндә генә коммуналь хеҙмәттәр Башҡортостандың баш ҡалаһынан өс мең тонна ҡар сығарған.