Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
8 Ғинуар 2022, 07:20

Ялтлап торһон юлдар!

Ике йылға һуҙылған төҙөлөштән һуң Өфө Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күпер файҙаланыуға тапшырылды. Был -  2021 йылдың иң мөһим ваҡиғаһы. Үҙенсәлекле күперҙе  1956 һәм 1984 йылдарҙа төҙөлгән ике күпер араһында төҙөнөләр.

Ялтлап торһон юлдар!Ялтлап торһон юлдар!
Ялтлап торһон юлдар!

Республикала 2021 йылда  «Хәүефһеҙ юғары сифатлы юлдар» милли проектына ярашлы 387 саҡрымдан артыҡ юл төҙөкләндерелгән. Был маҡсатта 8,8 млрд. һум бүленгән, шуның 1,7 млрд.һумдан артығы ― федераль бюджет аҡсалары.

Ике йылға һуҙылған төҙөлөштән һуң Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күпер файҙаланыуға тапшырылды. Быны  2021 йылдың иң мөһим ваҡиғаһы тип әйтеү  мөһим. Үҙенсәлекле күперҙе  1956 һәм 1984 йылдарҙа төҙөлгән ике күпер араһында төҙөнөләр.

Стәрлетамаҡта 12 саҡрымдан артыҡ  асфальт ремонтланған, Октябрь проспекты, Днепровский, Хоҙайбирҙин, Тыныслыҡ, Сәғитов, Черноморский, Суханов, Гоголь, Карл Маркс урамдары яңыртылған.

Иглин – Кальтовка юлының 7,3 саҡрым оҙонлоҡтағы аралығы  төҙөкләндерелгән. Киләһе йылда дөйөм дәүләт проект сараларын тормошҡа ашырыу проектына ярашлы оҙонлоғо 255 саҡрымдан күп булған 167 объектты ремонтлау планлаштырыла.

Фото:rb7.ru

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас