+21 °С
Болотло
Өфө урамдарынан бер тәүлектә ете мең тоннанан ашыу ҡар сығарылған. Урамдарҙы ҡарҙан таҙалау эштәре дауам итә. Өфө мэрияһынан хәбәр итеүҙәренсә, үҙәк урамдарҙы таҙартыу буйынса төп бурыс үтәлгән, хәҙер коммуналь хеҙмәттәр икенсел юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуға тотонған. "Юлдарға боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдар түшәлә. Төндә лә ҡар сығарыу эше дауам итә. Водителдәрҙе, йыйыштырыу эштәрен ҡатмарлаштырмаҫ өсөн, машиналарын юл буйында ҡалдырмауҙарын һорайбыҙ. Эштәр тәүлек әйләнәһенә ҡаланың барлыҡ райондарында алып барыла», - тине Өфө хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы урынбаҫары Руслан Яхиббаев.