

– Вәт, исмаһам, оҫта!
– Сәхнәне бер итеп бейей бит!
– Ни эшләп Өфө тирәһенә китмәй икән? Баш ҡалала ғына йөрөй торған егет.
Красноусол мәҙәниәт һарайында эшләп йөрөгән Илшат Хәбибуллиндың һәр сығышынан әҫәрләнгән тамашасы йыш ҡына шулай ти. Икенселәре бығаса Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә, Стәрлетамаҡта эшләп алған егеттең тыуған яғына ҡайтыуына ҡыуанып бөтә алмай. Бәй, шулай булмайса! Талантлы егет үҙе бейеп кенә ҡалмай, район балаларына ғәжәп талантын уртаҡлаша. Өйрәтеүсеһе генә булһын, улары оторға әҙер тора.
Уңыштар ҙа оҙаҡ көттөрмәне. Хәҙер Илшаттың уҡыусылары төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, еңеү яулай.
Илшат Красноусолда тыуа. Бәләкәйҙән мәжлестәрҙә өлкәндәрҙең бейеүен күреп үҫкән малай мәктәптә ошо сәнғәт нескәлектәренә ихлас өйрәнә. Унан - Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумында, Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһында белем ала.
Бейеүсе уҡыусылары менән республика, Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа йыш ҡатнаша, еңеүҙәр яулай.
Әйткәндәй, бөгөн - 9 ғинуар халыҡ бейеүҙәре көнө. Ошо айҡанлы Красноусолда бейеү флешмобы үтте. Ҡасабаның
М.Ғафури майҙанына урынлаштырылған сәхнәгә район мәҙәниәт һарайы бейеүселәре - Илшат Хәбибуллин, Ольга Кирдеева, Замир Тайсин күтәрелеү менән бала-саға ғына түгел, өлкәндәр ҙә сәхнә янына йыйылды. Улар бейеүселәргә ҡушылып, төрлө халыҡ бейеүҙәрен бейене. Байрамға килеүселәр уйындар уйнап, матур бүләктәр ҙә отто.